Өфө юлдарында транспорт ағымында хәрәкәт итеүсе видеотеркәү ҡоролмалары эшләй башланы

Улар ғәҙәти еңел автомобилгә ҡуйылған һәм ҡағиҙә боҙоу осрағын хәрәкәт мәлендә теркәй. Тәгәрмәсле камераны эшен БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

Транспорт ағымында барғанда был машинаны күргән водителдәр төрлө ҡараш белдерә. Әммә уның маҡсаты юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың мәҙәниәтен күтәреү. Әлегә машинаға ҡуйылған видеотеркәү ҡоролмаһы тиҙлек тәртибен күҙәтеүгә генә көйләнгән. Хәрәкәт итеү маршруты «Планета» сауҙа күңел асыу үҙәгенән Өфө аэропортына тиклем һуҙылған.

Транспорт ағымында юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге автомобилен күреү менән водителдәргә һиҫкәнергә кәрәк. Был машинаға ҡуйылған видео теркәү комплексы, ҡағиҙә боҙоу осрағын хәрәкәт мәлендә хәтеренә яҙып ала.

Башҡортостан юлдарына әле 1800-гә яҡын фотовидеотеркәү ҡоролмаһы ҡуйылған. Уларҙың күбеһе стационар тәртиптә эшләй. Күсмә камералар һаны 63.

Рәхсәт ителгән тиҙлекте арттырыу йыш ҡына аяныслы тамамлана. Шуға ла Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге хеҙмәткәрҙәре барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра. Ул ваҡытта автомобиль видеокүҙәтеүгә алынмаҫ, штарф һалынмаҫ, ә иң мөһиме сәфәр хәүеф-хәтәрһеҙ булыр тигән фекерҙә белгестәр.

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ