Уҙған төндә Дәүләкән ҡалаһында торлаҡ йортта янғын сығыуы һөҙөмтәһендә ике кеше һәләк булған

Гагарин урамындағы шәхси йортта ут сығыуы тураһында хәбәр ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына таңғы сәғәт 5-се 4 минутта ҡабул ителә. Ваҡиға урынына шунда ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә. Янғын торлаҡ йорттоң эске өлөшөн ялмаған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергәндә ике кешенең - ир менән ҡатындың кәүҙәләре табыла. Әле ваҡиға сәбәптәре тикшерелә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ