Һайлау участкаһында тауыш биреү хоҡуғы булған 600 -ҙән ашыу кеше иҫәпләнә. Комиссия ағзалары тәүге ултырышта рәйес урынбаҫары һәм сәркәтибен билдәләне. Сәйәси кампанияны үткәреүҙә ҡатнашыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре, пенсионерҙар ҙа бар. Мәҫәлән, мәктәптә китапханасы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Рима Сәйетғәле ҡыҙы был эштә ҡырҡ йылдан ашыу.






