Ай башында уҡ уҡыусылары өсөн мәктәп эргәһендә көндөҙгө хеҙмәт һәм ял үҙәктәре эш башланы. Киләһе яҙма Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан «Орленок» лагерынан әҙерләнде.
Каникулдар башланыу менән, кемдер ауылға олатай-өләсәй янына йыйынһа, икенселәр иһә һауыҡтырыу үҙәктәренә юл ала. «Орленок» лагеры тулы әҙерлектә йәйге миҙгелде 3 июндә башланы. Быйыл бында райондың ғына түгел, республиканың төрлө төбәктәренән 3 заезда 600 баланың ял итеүе көтөлә.
Корр. Балаларҙың көн режимы теүәл үтәлә.Эшкә төрлө уҡыу йорттарынан вожатыйҙар һәм тәрбиәселәр йәлеп ителгән.Алты тапҡыр туҡланыу ҡаралған. Әйткәндәй, быйыл лагерҙа заман талаптарына яуап биргән яңы ашхана эш башланы.
Һәр заезд айырым йүнәлеш буйынса эшләй. Тәүгеһендә илһөйәрлеккә иғтибар бүленһә, икенсе заезд - Рәсәй балалары хәрәкәтенә арнала. Һуңғыһында ял итеүселәр менән тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, тәбиғәтте һаҡлау йүнәлешендә эш алып барыласаҡ.
Раушания Рәхимова






