Төньяҡ баш ҡалала Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы дауам итә

Башҡортостан делегацияһы ауыл хужалығы, еңел сәнәғәт, төҙөлөш менән бәйле миллиард һумдарға иҫәпләнгән проекттарға ҡул ҡуйҙы. Яңы авиарейстар асыу, пилотһыҙ осоу ҡоролмаларын етештереү майҙанын киңәйтеү һәм башҡа һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында һөҙөмтәле килешеүҙәргә, эшлекле осрашыуҙарға һәм әлбиттә, миллиард һумдарға иҫәпләнгән инвестицияларға бай, йөкмәткеле эш көнө тамамланды. Башҡортостан делегацияһы ҡуйылған маҡсаттарға ирешеп республикаға яңы, көслө инвесторҙар йәлеп итте. Әлбиттә, аграр төбәктә ауыл хужалығы менән бәйле проекттар иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

«Эко мәҙәниәт» агросәнәғәт холдингы менән берлектә төбәктә юғары технологиялар нигеҙендә эшләгән ҡеүәтле теплица төҙөү күҙаллана. 20 гектар майҙанға һуҙылған быяла теплицала йыл әйләнәһенә 13 мең тонна помидор үҫтереү һәм артабан йәшелсәләрҙең ассортиментын киңәйтеү өсөн шарттар булдырыла.

Башҡортостан һәм Донецк халыҡ республикаһы араһында төҙөлгән килешеү айырыуса әһәмиәткә эйә хеҙмәттәшлек өлгөһө. Дуҫлыҡ һәм ярҙам мөнәсәбәттәре менән нығытылған проекттар иҡтисади күҙлектән дә отошло программаларҙы тормошҡа ашырырға юл аса. Мебель, машиналар төҙөү, еңел сәнәғәт продукцияһын етештереү кластеры импорт тауарҙарын алмаштырып сәнәғәт тармағын яңы кимәлгә еткерергә мөмкинлек бирә. Шуға ла республикалар араһында төҙөлгән эшлекле килешеүҙәр сәнәғәт кластерын киңәйтеүҙе күҙ уңында тота.

Пилотһыҙ осоу ҡоролмалар етештереү, заманса аппараттарҙы өйрәнеү һәм һынау лабораторияларын ойоштороу 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбендә. Башҡортостан һәм Мәскәү ҡалаһы араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы пилотһыҙ осоу авиация тармағын үҫтереү саралары уртаҡ проекттар нигеҙендә алып барыласаҡ.

Башҡортостан донъя кимәлендә беренсе булып «Берлога» милли киберплатформа нигеҙендә ойошторолған уйын презентацияһын үткәрҙе. Мәғариф проекты айыуҙар һәм бал ҡорттары ҡатнашлығындағы кибер-умарта уйыны аша балаларҙы һәм өлкәндәрҙе айти, инженеринг тармаҡтарына йәлеп итеп, белем тупларға, яңы һөнәр үҙләштерергә ярҙам итә.

Башҡортостанда 2023 -2026 йылдарҙа дзюдо ярыштарын ойоштороу, төбәк спортсыларына финанслауҙы арттырыу һорауҙары ла төп иғтибарға алынды. Быйыл дзюдо буйынса халыҡ-ара бәйгеләрҙә ҡатнашыусыларҙы әҙерләү өсөн 6 миллион һумға яҡын сумма ҡаралған. Ә иң мөһиме, дзюдо буйынса Рәсәй чемпионатын үткәреү майҙаны итеп Өфө ҡалаһы һайланған.

«Беҙ бергә. Спорт» йәйге сурдлимпия уйындары Өфөлә 23 июлдән 2 августа тиклем үтәсәк. Насар ишетеүселәр араһында уҙғарылған ярышта ике меңдән ашыу ҡатнашыусы көтөлә. Илебеҙҙең бөтә төбәктәренән һәм дуҫ дәүләттәрҙән спортсыларҙы туплау өсөн өҫтәмә финанстар йәлеп ителәсәк.Республика тура авиарейстар исемлеген дә киңәйтте. Йыл аҙағына тиклем Өфөнән Тель-авив, Кемеров һәм Тбилиси ҡалаларына осоу өсөн яңы рейстар асылыуы көтөлә.

Флорида Ким

Волна
Акции БСТ