Бүлексәнең шәхси составы комплектланған, бронетехника һәм махсус саралар етерлек. Бойороҡтан һуң хәрбиҙәр махсус операцияның иң ҡыҙыу йүнәлештәренең береһенә юлланасаҡ.
Ҡош осор бейеклектән пилотһыҙ осоу операторҙары тиҫтәләгән квадрат километр территорияны контролдә тота. Дошман позициялары асыҡлана һәм артиллеристарға координаталар бирелә. Әлегә был күнекмәнең бер өлөшө, әммә тиҙҙән ватандар уны махсус хәрби операция барған биләмәлә ҡулланасаҡ.
Отряд составы күп милләтле. Яугирҙарға ярҙамға башҡорт батальондарының рухи остаздары Хәмзә хәҙрәт менән отец Виктор килде. Мосолман һәм православ шеврондары бүләк иткәндән һуң, доға уҡылды.
Һалдаттар блиндаждарҙа йәшәй. Шарттарҙы үҙҙәре тыуҙырған.
Яугирҙарҙың байтағы Афғанда, Төньяҡ Кавказда булған. Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән дә бар. Ватанды «Самурай» ҡушаматлы командирын белгәнгә һайлағандар. Командир әйтеүенсә, улар алышҡа инергә, ҡуйылған бурысты үтәргә әҙер.
«Ватан» хәрби техника менән тулыланған. 20-30 саҡрымға атып тейҙереүсе артиллерия техникаһы бар. Отряд етәксеһе билдәләүенсә, хәрби сафҡа инергә теләүселәр әле күп, яугирҙарҙы өҫтәмә туплау үткәреләсәк. Махсус хәрби операция биләмәһендәгеләргә иһә рухи остаздар концерт ойоштороп еңеп ҡайтыуҙарын теләне.
Рәмилә Исмәғилева






