«Алексеевка» агросәнәғәт комплексы етештереү ҡеүәтен арттырып, продукция ассортиментын киңәйтә

Хужалыҡ теплицалары менән Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская танышты. Әле теплицалар 11 гектар ерҙе биләһә, киләсәктә майҙанды 4 тапҡырға арттырыу күҙаллана. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

«Аҡ халатлылар» тип бында табиптарҙы түгел, ә йәшелсә үҫтереүсене атайҙар. Теплицаларға махсус кейемдә генә инергә мөмкин. Ҡыяр теплицаһында үҫентеләр ултыртылғандан һуң ун көн үткәс тә емеш бирә башлаған. Улар бында тупраҡта ятмай, ә махсус маттарға ултыртылып, эленеп ҡуйыла. Ә ашламалар көпшәләр аша тапшырыла.

Ә был теплицала помидор, борос, баклажан үҫтерелә. «Алексеевка» совхозын экспериментаторҙар хужалығы тип атарға мөмкин. Миҙгел һайын улар яңы сорттар үҫтерә, бының өсөн айырым түтәлдәр тәғәйенләнгән. Әйтәйек, быйыл аҡ һәм сыбар баклажан сорттары ултыртылған. Кибет кәштәләрендә продукция оҙаҡ ятмай, һорау юғары. Шуға ла уның етештереү күләмен арттырырға ниәтләйҙәр.

Теплицалар елләтелә. Микроклиматты һаҡлау өсөн бөтә ысулдар ҡулланыла. Химия файҙаланылмай, ҡоротҡостарға ҡаршы тик тәбиғи препараттар менән көрәшәләр. Ә сәскәләрҙе һеркәләндереү өсөн иңкештәр ҡулланыла.

Киләсәктә хужалыҡ кибеттәре Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларында асыласаҡ. 2025 йылға тиклем республика район-ҡалаларында уларҙы 90-ға еткереү асыу маҡсаты ҡуйылған. Бынан тыш, ассортимент киңәйтелә: кәштәләргә ярымфабрикаттар, яңы һөт ризыҡтары төрҙәре сығарыла.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ