Кесе лейтенанттан полковник дәрәжәһенә тиклем еткән яҡташыбыҙ тураһында киләһе яҙмала.
Уға бәлиғ булмайынса утты-һыуҙы кисергә лә, дошман пуляһынан ҡотолоп, ғүмер буйы ил именлеге һағында торорға ла тура килә. Ауыр бала саҡ, аслыҡ йылдары, һуңынан һуғышта алған йәрәхәттәр оҙаҡ йәшәргә өмөт бирмәһә лә Кашаф Сәмиғуллин һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. 100 йәшлек олпат юбилейын сал сәсле Бөйөк Ватан һуғышы ветераны быйыл май башында билдәләгәйне. Ҡунаҡтарҙы ул һәр ваҡыттағыса орден-миҙалдары сыңы аҫтында аяғүрә баҫып, хәрбиҙәрсә күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы.
Уның тормош юлын ысын мәғәнәһендә тыуған илгә һөйөү, тоғролоҡ өлгөһө тип әйтергә мөмкин. Йәшләй генә ата-әсәһеҙ ҡалған Кашаф Әғлетдин улы туғандары тәрбиәһендә үҫә. Боғорослан педагогия училищеһын тамамлап, уҡытыусы булырға хыяллана. Ләкин беҙҙең геройға китап-дәфтәрҙәрҙе ҡоралға алмаштырырға, тыуған йылын арттырып яҙҙырырға тура килә.
Кашаф Сәмиғуллин Калинин фронтында пулеметсылар расчетын етәкләй. Ул миллиондан ашыу совет һалдатын һәләк иткән Ржев һуғышында ла илебеҙҙе дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Үҙенә лә дошман пуляһы тейә. Мәңгелеккә хәтерендә уйылып ҡалған төндә Кашаф Әғлетдин улын Башҡортостан санитары ҡотҡарып алып ҡала.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, оҙаҡ йылдар разведкала хеҙмәт итә, илһөйәр быуын тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индерә. Оло йәшенә ҡарамаҫтан Кашаф Әғлетдин улы өмөтлө киләсәккә ышаныс менән йәшәне. Һәр саҡ «Ил, тыуған төйәк лайыҡлы патриоты менән генә көслө буласаҡ» тип ҡабатланы ул.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кашаф Сәмиғуллинды һуңғы юлға оҙатыу сараһы Маршал Жуков урамы 8-се йорт ихатаһында иртәгә иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана.






