Өфө ҡалаһы тарихы музейында билдәле яҙыусы Сергей Довлатов иҫтәлегенә күргәҙмә асылды

Экспозицияла Сергей Довлатовтың ғаилә архивынан фотоһүрәттәр ҡуйылған. Шәхестең тормош фотохроникаһын Өфө ҡалаһы тарихы музейы Александр Солженицын исемендәге рус сит илдәре йорто менән берлектә тәҡдим итә.

Сергей Донатович Өфөлә театраль ғаиләлә тыуған. Атаһы, Донат Мечик, ҡуйыусы-режиссер була, әсәһе, Нора Довлатова сәхнәлә уйнаған. Яҙыусының ата-әсәһе һуғыш башланғас, Өфөгә эвакуацияланған. Өс йылдан һуң улар Ленинградҡа ҡайтҡан, унда Довлатовтың бала сағы, йәшлеге үткән. Ижадсы «Компромисс,»Зона: Күҙәтеүсе яҙмалары», «Яңғыҙҙар маршы» һәм башҡа әҫәрҙәре менән билдәле. Совет осоронда уның әҫәрҙәре йыш ҡына баҫтырыуҙан тыйылған. Сергей Донатович Америка Ҡушма Штаттарына эмиграцияланып һуңғы көндәренә тиклем шунда йәшәгән. Шәхес 49 йәшендә йөрәк етешһеҙлегенән вафат булған.

16 июндә әҙәбиәт тарихсыһы, эссесы, «Йондоҙ» журналының баш мөхәррире Андрей Арьевтың «Сергей Довлатовтың метаморфозалары» темаһына лекцияһы үтә. Күргәҙмә яҙыусының Рәсәйҙәге һәм Америка Ҡушма Штаттарындағы тормошо тураһында һөйләй һәм бер ай дауам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ