Был турала Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионова социаль селтәрҙәрҙә яҙған. «Беҙ йыш ҡына файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу буйынса эштең тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен үтәмәйенсә вәхши ысулдар менән алып барылыуы менән осрашабыҙ. Һуңынан ҡасандыр уңдырышлы ерҙәр урынында йәнһеҙ соҡорҙар барлыҡҡа килә.
Башҡортостан прокуратураһы менән бергә беҙ «Графское» йәмғиәтенең «Заря» ятҡылығынан ситтә алтын сығарыуын асыҡланыҡ. Эш асыҡ бульдозер-гидравлик ысул менән алып барылған. Һөҙөмтәлә 32 мең квадрат метрҙан ашыу уңдырышлы тупраҡ ҡатламы тулыһынса юҡҡа сыҡҡан. Беҙ предприятиены административ яуаплылыҡҡа тарттырҙыҡ. 823 миллион һум күләмендә зыянды ҡаплауға өлгәшәсәкбеҙ. Әгәр компания сумманы үҙ ирке менән түләмәһә, беҙ судҡа барасаҡбыҙ, тип яҙған «Росприроднадзор» етәксеһе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙған өсөн «Графское» йәмғиәтенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм уның лицензияһы тартып алынған.






