Өфө үҙенең почетлы гражданы Кашаф Сәмиғуллинды һуңғы юлға оҙатты. Күптән түгел 100 йәшен билдәләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән хушлашыу бөгөн иртәнсәк үтте.
Матәм сараһында Кашаф Әғлетдин улының балаларына Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Дәүләт наградаһы ветеран тере сағында бирелгән, ләкин шәхсән үҙе алып өлгөрмәгән. Ветеран менән хушлашырға халыҡ күп йыйылды. Сығыш яһаусылар Кашаф Сәмиғуллин тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. «Ул бик яҡшы атай, беҙҙең өсөн өлгө булды. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләне», - тине Рөстәм Сәмиғуллин атаһы хаҡында. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йәрмәкәй районы үҙәге зыяратында ерләнәсәк.






