Башҡортостан эшҡыуарҙары Белгород өлкәһе халҡына ярҙам йыйған

Гуманитар йөк бөгөн логистика үҙәгенә, «Башсельхозтехника» предприятиеһы келәтттәренә бушатылды.

Башҡортостан эшҡыуарҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға, Донбасс халҡына даими рәүештә гуманитар ярҙам күрһәтә. Был юлы ылау Белгород халҡы өсөн тәғәйенләнгән. Сөнки был зона ҡаршы көс нацистары һөжүменән ныҡлы зыян күргән. Емереклектәрҙе тергеҙеү, йорт-ҡаралтыны тәртипкә килтереү мотлаҡ. Урамда тороп ҡалған ғаиләләр бар. Эшҡыуарҙар гуманитар йөктө көнкүрештә иң кәрәкле әйберҙәрҙән туплаған. Аҙыҡ-түлек тә, кейемдәр ҙә, гигиена кәрәк-яраҡтары ла бар. Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Фәрит Ғиндуллин әйтеүенсә, эшҡыуарҙар хәйриә акцияһына әүҙем ҡушылған, һәр береһе хәленән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙған. Гуманитар ярҙам Белгород өлкәһенә киләһе аҙна аҙағында оҙатыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ