Шишмә районы Сәлих ауылындағы социаль-мәғариф үҙәгендә ике көнлөк семинар уҙҙы

«Дуҫтар» күсмә интенсивҡа йыйылды. Изгелек мәктәбе ирекмәндәре Шишмә районы Сәлих ауылындағы социаль-мәғариф үҙәгендә ике көнлөк семинар уҙғарҙы. Бында волонтерҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар күңел асыу саралары ойошторолдо.

«Дуҫтар» проекты уҡыуҙары апрелдә үк башланды. Программала ике йөҙҙән ашыу ирекмән ҡатнаша. Улар волонтерлыҡ хәрәкәтендә эш итеү алымдары, изгелек платформаларын үҙләштерә. Маҡсат иһә баш ҡала ирекмәндәрен берләштереп уларҙың эшен кәйләү һәм тағы ла һөҙөмтәлерәк итеү.

Бында тәжрибә уртаҡлашыу, яңы эш алымдары табыу өсөн йыйылдыҡ. Беҙ ирекмәндәрҙән изге эш башҡарыу, мохтаждарға ярҙам итеү өсөн яңы идеялар көтәбеҙ. Ябай булмаған тормош шарттарында ирекмәнлек ярҙамы айырыуса файҙалы, һөҙөмтәле булырға тейеш.

Елена Недопекина, Өфө һәм Башҡортостан волонтерҙары ассоциацияһының урындағы йәштәр ойошмаһы рәйесе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ