Боронғолоҡ менән киләсәк осрашҡан кисә хаҡында киләһе яҙмала
Йомаш ауылының «Ағинәйҙәр» ойошмаһы 10 йылдан ашыу уңышлы эшләп килә. 3 йыл элек улар үҙ көстәре менән ауыл хакимиәте бинаһында урынлашҡан бүлмәне рәтләп, уны милли колоритта йыһазландыра. Бында башҡорт халҡының кейем өлгөләре, милли биҙәүестәре урын ала.
Ғүмәр, Сыңғыҙ ағинәйҙәренә Йомаштар үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ауылдың иң оҫта ҡатын-ҡыҙҙары оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Сәриә Аҡбулатова төрлө ҡул эштәренә, үҙенсәлекле аш-һыуға бик маһир. Ағинәйҙәргә ул толомло сыр яһау серҙәрен төшөндөрҙө.
Ағинәйҙәр Йомаш ауылының тағы ла бер оҫта ҡуллы гүзәл зат — Венера Барлыбаеваның йортонда булып, уның ҡорама һәм сигеү эштәре менән танышты. Ул был төр ҡул эшенең үҙенсәлекле алымын күрһәтте.
Буҙа-халҡыбыҙҙың милли эсемлеге. Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа һәм шифалы ризыҡҡа өҫтөнлөк бирелә. Фәрхәнә Иҫәндәүләтова буҙаны ҡойоу тәртибен әсәһенән өйрәнеп ҡала.
Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә тигәндәй, был йүнәлештә тәжрибә уртаҡлашыуҙың әһәмиәте ҙур. Сөнки «Ағинәйҙәр» ойошмаһы эшмәкәрлегенең төп бурыстарының береһе булып- милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, уны йәш быуынға еткереү тора.
Рүзилә Ғүмәрова






