Архангел районы Орловка ауылынан хеҙмәт ветерандары Фәймә Сабир ҡыҙы менән Зәкиулла Заһиҙулла улы Хәлиловтар алтын туйҙарын билдәләгән. Ярты быуат татыу ғүмер кисергән парҙың бәхет серен БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова асыҡланы. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Орловка ауылының Хәлиловтар йорто баҡсаһында хужалар бал ҡорттарын ҡарай. Уңған йән эйәләре мисәтләгән рамдар йыйылып, сифалы бал механик ысул менән һурҙырыласаҡ.
Зәкиулла Заһиҙулла улы 35 йыл элек башлаған халыҡ кәсебе Хәлиловтар ғаиләһенең яратҡан шөғөләнә әүерелгән, ярайһы килем дә килтерә. Еҙем буйлап һыу туризмы менән шөғөлләнеүсе Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан килгән туристар улар тәҡдим иткән гәрәбәләй балдың тәмен дә, шифаһын да татып өлгөргән.
Хәлиловтар балдан тиҫтәләгән төрлө продукция етештерә. Хатта, Балауыҙ тамсыһы ла әрәм ителмәй. Был юлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә окоп шәмдәре етештереүгә лә күпләп иреткәндәр.
Стеналағы балаҫ әсәһе яҡлап яҡын туғаны тапшырған боронғо ҡомартҡы. Бөтмөр ханым ошо ҡомартҡы күсермәһе өлгөһөндә яңыһын балаҫ һуғыу станогында һуғырға ниәтләй.
Фәймә Сабир ҡыҙына аҫалы балаҫтар һуғыу станогын ҡустыһы Әнәс ҡороп биргән. 2012 йылдан бирле уңған хужабикә халыҡҡа, яҡындарына диван, кресло ябыуҙары, иҙән балаҫтары, намаҙлыҡтар һуға.
Ҡунаҡтарҙы һәм туристарҙы ҡабул итеү йорто милли нағыштар менән биҙәлгән. Алтын ҡуллы хужабикә уларҙы фантазияһын һалып, күңел йылыһын биреп ижад иткән. Фәймә Сабир ҡыҙының ҡул эштәре республика халыҡ кәсебе конкурстарында призлы урындар яулаған. Тиҫтә йыл эсендә балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрен йәштәргә лә өйрәткән. Яратҡан шөғөлө ҡул эштәре оҫтаһына күңел тыныслығы, рухи кинәнес бирә.
Фәймә Сабир ҡыҙы менән Зәкиулла Заһиҙулла улы йәшлек йылдарынада төшкән аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәргә йыш ҡына күҙ һала. Татыу ғаилә башлыҡтары өсөн уларҙа ғүмер йыльяҙмаһының иң ҡәҙерле миҙгелдәре. Хәлиловтар ғаиләһе өс балаға яҡшы тәрбиә биргән, белем алырға, тормошта үҙ юлын табырға ярҙам иткән.Икәүһенең бергә хеҙмәт стажы 80 йыл тәшкил итә. Был ғаиләнең бәхет сере лә үҙенсәлекле.
Фәймә һәм Зәкиулла Хәлиловтар ошо ҡотло нигеҙҙә балаларына терәк, ауылдаштарына һәм яҡташтарына үрнәк булып лайыҡлы ғүмер кисерә . Улар йәштәргә үҙҙәре кеүек илһөйәр, тоғро һәм эшсән булып йәшәһендәр тигән теләктә ҡала.
Гүзәл Борханова






