Республикала хәрби хеҙмәткә кандидаттар һайлап алыу дауам итә

Башҡортостанда контракт төҙөүселәрҙе махсус операцияла ҡатнашыуға нимә этәрә? Яугирҙар әйтеүенсә, уларҙың барыһын да Ватанды яҡлау теләге, балаларҙың тыныс киләсәге өсөн көрәш берләштерә. Күптәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарының ҡаһарман юлын үтеп, илде фашизмдан ҡотҡарыу маҡсаты менән яна.

Ватан һаҡсылары көн дә баш ҡаланың йыйылыу пунктына ағыла. Уларҙың күпселеге ҡыҙыу нөктәләр үткән һалдаттар һәм хәрби тәжрибәле офицерҙар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, бер йыллыҡ әрме хеҙмәтен тамамлаусылар, әрмелә булмаған, әммә юғары йәки урта профессиональ белемгә эйә булыусы 65 йәшкә тиклем ирҙәр төҙөй ала.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ