Өфө районында «Догазификация» программаһы буйынса 4700-ҙән ашыу заявка килгән

Уларҙың 1 мең 800-нә зәңгәр яғыулыҡ тоташтырылған. Яҡын арала тағы 3 мең йортҡа газ үтәсәк. Подымалов ауылында зәңгәр яғыулыҡ үткәреүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Тантаналы мәл. Ер участкаһына тиклем һуҙылған торбалар менән өйҙөкө тоташтырыла. Газ һаҡлыҡ талап итә. Шуға күрә ялғанған урын тәүҙә махсус шыйыҡса ярҙамында, һуңынан прибор менән тикшерелә.

102 квадрат метрлыҡ йортто Василий Валентинович Подымалов ауылында 2021 йылда һалып сыға. Шул ваҡыттан алып берҙән-бер йылылыҡ сығананғы булараҡ электр ҡаҙанлығы хеҙмәт итә.

Тәүҙә өйҙә береһе лә йәшәмәне. Аҙ йылытҡан ваҡытта аҡса бик к-п китмәй торғайны. Былтыр ҡышты бында үткәрҙек. Ай һайын электр уты өсөн 14 мең һум түләнек.

Василий Полецков, йорт хужаһы

Электр энергияһына ҡарағанда зәңгәр яғыулыҡ өсөн дүрт тапҡырға әҙерәк түләргә кәрәк буласаҡ. «Догазификация» программаһына Василий Валентинович апрель башында заявка ҡалдырған. Ике аҙнанан һуң килешеү төҙөлөп, проектлау, өй эсендә торба үткәреү эше башлана. Газға тоташыу тыуған көнгә тура килеүе айырыуса шатлыҡлы ваҡиға, тип билдәләй йорт хужаһы.

Догазификация программаһы буйынса барлыҡ сығымдар газ бүлеү ойошмаһы иңенә төшә. Ҡулланыусы участка һәм йорт эсенә торбаларҙы һуҙыу, счетчик, ҡаҙанлыҡ, һыу йылытыу кеүек ҡоролмалар өсөн генә түләй. Өфө районында шәхси йорттарҙы төҙөү темптары юғары тип баһалана. Газ үткәрергә теләүселәр ҙә байтаҡ. Программа ғәмәлгә ингәндән алып 4 мең 700-ҙән ашыу заявка килгән. Уларҙың яҡынса 40 процентына зәңгәр яғыулыҡ тоташтырылған. Әле 2 мең 800 килешеү өҫтөндә эш бара.

Өфө районы буйынса ғына «Догазификация» программаһына ярашлы көнөнә 10-15 заявка килә. Ваҡытында ғариза биреп, документтарҙы туплау эшен оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Заявкаларҙы Берҙәм клиенттар үҙәгендә, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында, йәки Күп функциялы үҙәктәрҙә бирергә мөмкин.

Артур Харрасов, «Газпром газ бүлеү Өфө» филиалы директоры урынбаҫары

Программа ғәмәлгән ингәндән алып Башҡортостан халҡынан 40 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың бөтәһе менән дә тиерлек килешеү төҙөлөп, газ торбалары 33 мең ярым йорт участкаһына тиклем һуҙылған. Зәңгәр яғыулыҡҡа 23 меңдән ашыу өй тоташтырылған.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ