«Башҡортостан ихаталары» программаһы Белорет ҡалаһында тормошҡа ашырыла

«Башҡортостан ихаталары» программаһының иң күләмле проекттарының береһе Белорет ҡалаһында тормошҡа ашырыла. Бында Крупская урамындағы 6 йортто берләштергән ихата тәртипкә килтерелә. Әле эш 45 процентҡа теүәлләнгән һәм 30 августҡа тиклем тамамлау күҙаллана. Проект күләмле һәм урындағы халыҡ уны күптән көтә.

Әлеге мәлдә юлдар һәм тротуарҙарға асфальт түшәлә. Төҙөүселәр балалар спорт майҙансығына түшәргә махсус япмалар ҙа килтергән. Ихатала йәшәүселәр ҙә әүҙемлек күрһәтә. Төҙөлөштөң һәр этабын улар менән кәңәшләшеп башҡарабыҙ. Уларға бында йәшәргә һәм тәү сиратта халыҡҡа уңайлы булырға тейеш.

Кирилл Егупов, Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы

«Башҡортостан ихаталары» программаһы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылда старт алды һәм тиҙ арала юғары һөҙөмтәгә иреште. Уға ярашлы ихаталар комплекслы төҙөкләндереү үтә. Балалар уйыны, спорт майҙансыҡтары, парковка барлыҡҡа килә, хәүефһеҙлек талаптары ла үтәлә. Башланғандан алып республикала 1120 ихата тәртипкә килтерелгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ