«Ҡурсаҡ театры»н төҙөкләндереү эштәре финиш һыҙығына сыҡты

Эшселәр тирә-йүнде тәртипкә килтереү һәм йәшелләндереү сараларына тотонған. Шул уҡ ваҡытта эске биҙәү эштәре лә бара. «Ҡурсаҡ театры» төҙөкләндереү кисерә тип әйтеү дөрөҫ тә түгел. Мәғариф учреждениеһы тулыһынса тиерлек үҙгәрәсәк. Элекке бинаға өҫтәмә төкәтмә лә күтәрелде. Унда иһә тулыһынса яңы архитектур алымдар ҡулланыла. Шуға күрә эш тә ҡатмарлы һәм оҙаҡ башҡарыла. Ләкин графиктан тайпылыш юҡ. Ҡурсаҡ театры кескәйҙәрҙе октябрҙә үк ҡабул итә башлаясаҡ, ти төҙөүселәр.

Баш ҡала халҡын, балаларҙы ҡыуандырып торһон өсөн бик күп биҙәлеш алымдары, архитектур идеялар индерҙек. Үҙенсәлекле дизайн булғанлыҡтан эште тиҙ алып барыу мөмкин түгел. Көн дә тиерлек үҙгәрештәр индереп торабыҙ. Шулай ҙа сентябрь аҙағы, октябрь башында ҡурсаҡтар сәхнәгә сығасаҡ. Тамашасыларҙы бик күп үҙгәрештәр, сағыу бина көтә.

Наил Хәсбиуллин, төҙөлөш идаралығының биҙәкләү эштәре участкаһы прорабы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ