Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә институтында киңәйтелгән совет ултырышы үтте

Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында киңәйтелгән совет ултырышы үтте. Мәртәбәле сара ике олуғ башҡорт ғалимының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Тарихсы, БАССР-ҙың алдынғы фән эшмәкәре Тамимдар Әхмәҙиев менән билдәле башҡорт шағиры, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғилемдар Рамазановтарҙың фәнни эшмәкәрлегенә байҡау яһалды. Уларҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙмаларында тарихи дөрөҫлөктө яҡтыртҡан хеҙмәттәре билдәләнде.

Тамимдар Әхмәҙиев Беренсе Удар армияһы 47-cе уҡсылар бригадаһы составында Мәскәү йүнәлешендә һәм Төньяҡ-көнбайыш фронтында, Ғилемдар Рамазанов радиотелеграфист һәм танкист булараҡ, 5-се Удар армия составында алыша. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, илебеҙгә азатлыҡ яулаусы ғалимдарҙың батыр яуҙаштары тураһындағы хәтирә-мемуарҙары, ғилми хеҙмәттәре бөгөн дә популяр.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ