Эстонияла башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевты иҫкә алдылар

Хәтер сараһы йылдағыса батырҙың Палдиски ҡалаһында урынлашҡан һәйкәле эргәһендә уҙҙы.

Тарихи урында ҡурай моңо оҙатыуында башҡорт шағирҙарының Салауат Юлаевҡа арналған шиғырҙары яңғыраны, тотҡонлоҡта һәләк булған ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ иҫтәлегенә ҡөръән сүрәләре уҡылды. Сарала ҡатнашыусылар батыр һәйкәленә сәскә һалды. Быйыл милли батырыбыҙҙы иҫкә алырға Таллин ҡапаһының Флүзә Хәйруллина етәкләгән «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни үҙәге ағзаларынан тыш, Швеция һәм Норвегияла йәшәгән ватандаштарыбыҙ ҙа килгән.

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ