«Башҡортостан» дәүләт концерт залына «Артур Нәзиуллин һәм Дмитрий Крюков саҡыра...» 5-се Абонементының һуңғы концерты үтте. Сәхнәлә Рәсәй композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраны. Атап әйткәндә, Рәсәйҙең халыҡ артисы, композитор Александр Чайковскийҙың 4-се симфонияһы менән «Кавалер һәм Барышня» рапсодияһы тәүге тапҡыр Өфө тамашасыһына тәҡдим ителде.
Солист булараҡ органсы, Петр Чайковский Мәскәү дәүләт консерваторияһы профессоры Евгения Кривицкая сығыш яһаны. Программала Башҡортостандың Дәүләт академия хор капеллаһы ла ҡатнашты.



