Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивален үткәреү буйынса ойоштороу комитетының күсмә кәңәшмәһе уҙҙы. Унда республиканың ауыл хужалығы, мәҙәниәт, спорт һәм туризм министрлығы һәм Баймаҡ районы хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Баймаҡ районы ҡымыҙ етештереү буйынса республикала алдынғы урында тора.Был шифалы эсемлек төбәктең бренды тип һанала. Фермер Фирҙәүес Хәлимов оҙаҡ йылдар йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Хәҙер инде хужалыҡ республиканы ғына түгел, ә күрше өлкәләрҙе лә ҡымыҙ менән тәьмин итә.
Уҙған йыл Хәлимов хужалығы башҡорт атын һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған Башҡорт аты фестивалендә ҡатнашты. Унда фермер сарала ҡатнашыусыларға милли эсемлектең бер нисә төрөн тәҡдим итте. Фестивалдә ҡатнашыу хужалыҡ өсөн яңы мөмкинлектәр, уның үҫешенә яңы юлдар аса.
Баймаҡ ерлегендә Башҡорт аты фестивале быйыл 11-13 августа үтә. Был хаҡта фестивалгә әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышында билдәле булды.
Быйыл «Башҡорт аты» фестивале халыҡ-ара кимәлдә уҙа. Шуға ла күсмә ултырыш барышында сараның географияһын тағы ла киңәйтеү, милли спорт уйындарын арттырыу, бай мәҙәни программа әҙерләү бурысы ҡуйылды.






