Шаран районында еләк йыйыу миҙгеле асылды

Татлы уңыш күләменә йылы апрелдән һуң май айындағы ҡырауҙар эҙһеҙ үтмәгән. Иртә өлгөрөүсе сорттарҙың 80 проценты юҡҡа сыҡҡан. Һуңыраҡ өлгөрөүсе сорттар хәлде ҡотҡарып ҡалды, ти татлы бизнес менән шөғөлләнеүселәр.

Ҡырау тейгән еләктәр башҡаларынан айырылып тора. Улар ҡатыраҡ, шулай ҙа тәме татлы. Былтыр был баҫыуҙан көнөнә 4 мең килограмм еләк йыйылһа, быйыл алты тапҡыр әҙерәк.

Апрелдә эҫе көндәр башланғас, үҫә башланылар. Үҫеп өлгөрмәһәләр ҡырауҙан бер ни ҙә булмаҫ ине.

Олег Дмитриев, Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе

Урта һәм һуң өлгөргән сорттар һаҡланып ҡалған. Европанан килтерелгәненә ҡарағанда, үҙебеҙҙең илдә сығарылған сортлыһы һыуыҡты яҡшы үткәргән.

Электән килгән Фестиваль, Талка кеүек сорттар сыҙамлы. Тәжрибә күрһәтеүенсә, үҙебеҙҙең сорттарҙы үҫтерергә тырышасаҡбыҙ.

Рим Капитонов, Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе

Татлы бизнеста династиялар менән шөғөлләнәләр. Шулай уҡ 200 шәхси хужалыҡта баҡса еләге үҫтерелә. Төбәктә бөтәһе 36 төрлө сорт уңыш бирә.

Федераль һәм республика ҡаҙнаһынан еләк үҫтереү йүнәлешенә 30 миллион һум аҡса бүленде. Районда өс колоператив булдырылды.

Радмир Бикбулатов, Шаран районы хакимиәте башлығы урынбаҫары
Выборы 2026

Еләк баҫыуҙарында уңышты йыйыуҙың ҡыҙған мәле. Шарндар татлы байрам да ойоштормаҡсы. 24 июндя районда гастрономия фестивале уҙасаҡ. Килеүселәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, фотозона эшләйәсәк, еләкле сюрприздар көтөлә.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ