«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проекты тотош ил кимәлендә өлгө итеп ҡуйылды

Уның республикала тормошҡа ашырылыуы тураһында «Бәхет биләмәһе» фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында һөйләне. « Сәләмәт йәмғиәт» ғаилә именлеге, мәнәсәбәттәр мәҙәниәте сессияһында сығыш яһап Каринэ Хәбирова Башҡортостанда гүзәл заттарҙың заман проблемаларын берҙәм хәл итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Каринэ Хәбирова асыҡ академия сиктәрендә яңы асылған « Репродуктив сәләмәт яңы быуын» проекты менән таныштырҙы. Был башланғыс Президент гранттары фондынан ярҙам алып республикала айырым проект булараҡ тормошҡа ашырыла башлай.

«Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова шулай уҡ Башҡортостанда хоспис төҙөү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ