Санкт-Петербургта Башҡортостандың баш ҡалаһы исемен йөрөткән судноны тантаналы шарттарҙа йөҙөүгә ебәрҙеләр. Йыл аҙағына тиклем карап төрлө һынауҙар үтәсәк. Һуңынан ул ил сиге һағына баҫасаҡ.
Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин әйтеүенсә, Өфөнөң 450 йыллығын билдәләргә йыйынған баш ҡала халҡы өсөн был әһәмиәтле ваҡиға. Караптың Өфө исемен алыуы юбилейға ҙур бүләк.
Караптың оҙонлоғо 71, киңлеге ун метрҙан ашыу. Ул бер айға тиклем үҙ аллы йөҙөүгә сыға ала. Шулай уҡ боҙ ватыу өсөн нығытмалар ҙа урынлаштырылған. Патруль карабын 200 милдән ашыу иҡтисади зонаны һаҡлау һәм балыҡсылыҡты контролдә тотоу өсөн файҙаланасаҡтар.






