Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы республика юлдарында сираттағы рейд һөҙөмтәләрен иғлан итте. Иҫкәртеү сараһы йоманан шәмбегә ҡарай үтте. Уның барышын БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.
1987 йылғы водитель эскән килеш руль артына ултырған. Өҫтәүенә таныҡлыҡһыҙ. Ул март аҙағында ғына руль артында иҫерек килеш тотолған булған. Әле шул уҡ хәл йәнә ҡабатлана.
Медицина экспертизаһынан һуң иҫерек водителдең машинаһы, штраф туҡталғаһына оҙатылды. Бер йыл эсендә икенсегә, эскән килеш руль артына ултырған өсөн ул, үҙе енәйәт яуаплылығына тарттырала.
Нефтекамалағы йорт ихатаһында төнгө авария сәбәптәрен асыҡларға килгән экипаж йәнә иҫерек водителгә юлыҡты. Тестер уның ҡанында ноль бөтөн 292 промиль алкоголь булыуын асыҡланы.
Төнгө рейд барышында республиканың барлыҡ район-ҡалаларында күләмле тикшереүҙәр үтте. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре 2 меңгә яҡын административ хоҡуҡ боҙоу осрағын теркәне. 60 водитель иҫерек килеш тотолдо. Уларҙың бер нисәһе тураһында тәртип һаҡлау органдарына урындағы халыҡ хәбәр иткән.
Закондар ҡәтғиләшеүе, яуаплылыҡтың көсәйеүенә ҡарамаҫтан, юлдарҙа иҫерек водителдәр осрап тора. Уларҙың ҡайһы берҙәре, «ҡыйыш» ғәмәлде икенсегә башҡарыуҙан да тартынмай. Шуға ла инспекторҙар, йәмәғәтселекте был төр закон боҙоуға ҡарата битараф булмаҫҡа саҡыра. Иҫерек водитель юлда хәүеф сығанағы.
Рафиҡ Әхмәтшин






