Мобилизацияның тәүге тулҡынына эләккән яҡташтарыбыҙ ике аҙнаға ялға ҡайтып китте

Егеттәр бөгөн яңынан алғы һыҙыҡҡа юлланды. Яугирҙарҙы оҙатыу митингы «Өфө Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Яҡташтарбыҙ махсус хәрби операция зонаһында 9 айға яҡын булған. Күбеһе Днепр йылғаһы буйында һаҡта тора, блиндаждар ҡаҙғандар, һаҡланыу нығытмаларын эшләүҙә ҡатнашҡандар. Алыҫ юлға сыҡҡан егеттәрҙең кәйефе көр. Тыуған яҡтан, туғандарҙан айырылыу ауыр булһа ла кире барырға кәрәк, унда дуҫтар көтә. Беҙ еңеү менән генә ҡайтасаҡбыҙ, ти улар.

Егеттәрҙе оҙатырға дәүләт һәм ймәғтә эшмәкрәҙрәе, туғандары, яҡындары килде. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе Салауат Харасов әйтеүенсә, Башҡортостан алғы һыҙыҡтағыларға даими ярҙам күрһәтә, яугирҙарҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрелә. Беҙ яҡташтарбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ, тине Салауат Харасов.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ