Иглин районы Көҙәй ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Фәтхетдиновҡа мемориаль таҡтаташ асылды.
Хәтер таҡтаһы ҡаһарман яҡташыбыҙ белем алған Көҙәй урта мәктәбендә ҡуйылды. Денис Фәтхетдинов ошо белем усағында 1-нән 11-се синыфҡа тиклем уҡыған. Уҡытыусылары, класташтары уның хаҡында тик яҡты хәтирәләр генә һаҡлай, Денис тырыш, изге күңелле, эшһөйәр бала була, уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмай. Рәсәй Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт иткәндән һуң контракт буйынса Сүриәгә юллана.
Махсус хәрби операция башланғас Денис Динар улы үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа китә. Митинг ваҡытында Иглин районының хәрби комиссары Вадим Дәүләтшин Денис Фәтхетдиновтың тормош иптәшенә «Ҡаһарманлыҡ ордены»н тапшырҙы. Сарала ҡатнашыусылар батыр яугирҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, мемориаль таҡтаташҡа сәскә һалды. Иглиндәр әйтеүенсә, яҡташтары ил именлеге өсөн башын һалған ҡаһармандың исемен онотмаясаҡ, Денис Фәтхетдиновтың тормош юлы йәш быуын өсөн илһөйрәлек өлгөһө булып тора.



