Жуков ауылының «Уңыш мәктәбе» уҡыусылар өсөн милли-мәҙәни сараларҙы даими ойоштора, һуңғы осорҙа бында патриотик тәрбиә биреүгә лә етди иғтибар бүленә. Йәйге каникулдар осоронда мәктәптә «Дуҫлыҡ иле» лагеры эшләй. Уның программаһы бай һәм йөкмәткеле.
Тәүге тапҡыр ойошторолған балалар һабантуйы ошо сараларҙың төп биҙәге. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һабантуй күңел асыуға ғына ҡайтып ҡалмай, байрамда ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтары өсөн тепловизорға аҡса ла йыя.
Балалар һабантуйы милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла бай. Жуков ауылы ағинәйҙәре уҡыусыларҙы башҡорт халҡының боронғо көнкүреше, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, кәсептәре менән таныштырһа, Дим биҫтәһендәге 112-се башҡорт кавалерияһы музейы уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторған. Шулай уҡ майҙанда блиндаж шәме эшләргә, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға хат яҙырға мөмкин. Һәр отряд уҡыусылары ата-әсәләре менән берлектә йәрминкә лә әҙерләгән. Һатыуҙан килгән аҡса гуманитар ярҙам өсөн тотонола. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, илһөйәрлек тойғоһо ошондай сараларҙан башлана. Балалар хәрби-патриотик үҙәктәрҙә лә ҙур теләк менән шөғөлләнә.






