Ауырғазы районында «Өршәк буйы уйындары» республика байрамы ойошторолдо

Был халыҡсан сара Башҡортостанда тәҡдим ителгән брендлы ваҡиға булараҡ ҡиммәтле. Байрам сараһының ҡыҙыҡлы минуттары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Тимерйәр Килмөхәмәтовты яҡташтары һәм ауылдаштары ат йәнле тип йөрөтә. Ул үҫмер ваҡытынан бәйгеләрҙә ҡатнаша. Шәхси хужалығында биш йөҙҙән ашыу йылҡы малы үтрсетә.

Юртаҡтар ярышын халыҡ һәр ваҡыт көтөп ала. Һыбайлыларҙы дәртәлндереп ҡул саба, алғыштар әйтә. «Өршәк буйы уйындары» Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылы янындағы аҡданда ойошторолдо. Боронғо уйындарҙан ике төрлө йүнәлештә: милли көрәштә һәм уҡтан атыуҙа ярыштар көсөргәнешле барҙы. Уғатарҙар ярышында иллегә яҡын мәргән күрше өлкәләрҙән һәм республика райондарынан ярышты. Иң йәш уғатарға ни бары ете генә. Балалар 15-30 метрға, ә өлкәндәр 70 метрға тиклем сәптәргә тоҫҡаны.

Меркет-меңдәр йәшәгән ауыл ҡатын ҡыҙҙары ҡунаҡтарҙы милли аш-һыуҙар әҙерләп, ҡәҙер итте. Аш бешереү серҙәре менән бүлеште. Ҡул эштәренә оҫта гүзәл заттар балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

«Өршәк буйы уйындары» тигән республика байрамы халыҡ уйындарын, йолаларын үҙ иткән олоһон-кесеһен бер майҙанға тупланы. Бороңғо халыҡ уйындарын тергеҙеү маҡсаты ла бар ҡағиҙәләрҙе үтәп, хәүефһеҙлек сараларын үтәп башҡарылды..

«Өршәк буйы уйындары» Ауырғазы районы бренды булараҡ икенсе тапҡыр ойошторолдо. Милли көрәш, ат сабыштары, йәйәнән атыу кеүек спорт уйындарынан тыш азия халыҡтарының боронғо ылаҡ уйындары ла ойошторолдо. Унда Мораҙым һәм Төрөмбәт ауылы крмандаһы йылғырлыҡта һәм таһыллыҡта көс һанашты.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ