Уларҙың дөйөм суммаһы 100 миллиард һум. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов мәртәбәле форум һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында 900-ҙән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылған. Уларҙың 50-гә яҡыны сит ил компаниялары менән төҙөлгән. Дөйөм сумма 3 триллион 860 миллиард һумға еткән. Форум барышында Инвестиция мөхите буйынса милли рейтинг һөҙөмтәләре иғлан ителде. Башҡортостан унда 4-се урын алды.







