Радий Хәбиров инвестицияларҙы йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты

 Башҡортостан Башлығы Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы барышында ТАСС агентлығына интервью бирҙе. Былтыр 512 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән. Радий Хәбиров билдәләүенсә, киләсәктә санкциялар эҙемтәләрен кәметеү өсөн инвесторҙарға яңы шарттар тәҡдим ителде. Программа 1 июлдән ғәмәлгә инә. Уға ярашлы проектҡа өҫтөнлөклө статус алыу тәртибе ябайыраҡ була. Ҡуртымға ер биреү шарты ла еңеләйҙе. Бынан тыш, инвестиция йәлеп иткән эшҡыуарҙарға һалым ташламалары һаҡлана һәм субсидиялар бирелә. 

Фото №1 - Радий Хәбиров инвестицияларҙы йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ