Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең унынсы форумы киләһе аҙнала Өфөлә уҙа

Баш ҡалаға 3 мең самаһы ҡунаҡ килеүе көтөлә. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшәмәлә сара программаһы менән таныштырҙылар. Башҡортостан Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, Рәсәйҙең – 25, Беларустең - 7 губернаторы йыйында ҡатнашыуын раҫлаған. Беҙҙең ил делегацияһын Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Белоруссияныҡын Республика Советы башлығы Наталья Кочанова етәкләй. “Форумдың эшлекле өлөшөндә тематик майҙансыҡтар эшләй”, - тине Маргарита Болычева.

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең унынсы форумы киләһе аҙнала Өфөлә уҙа

“Беларусь – мөһим партнерҙарыбыҙҙың береһе. 10-сы форум иң яҡшыһы булырға тейеш. Һәр кемгә оло яуаплылыҡ йөкмәтелә”, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең унынсы форумы киләһе аҙнала Өфөлә уҙа

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында “Амкодор” компанияһы заводы эшенә старт биреү ҡарала.

Фото №1 - Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең унынсы форумы киләһе аҙнала Өфөлә уҙа
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ