Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, 9 кластарға 23 июндә аттестат тапшырыла. 11 класс уҡыусылары 24 июндә сығарылыш кисәһенә йыйыла. Иртәгә Берҙәм дәүләт имтихандары тамамлана. Егеттәр һәм ҡыҙҙар информатиканан һынау тота. Әле 63 сығарылыш уҡыусыһы төрлө фәндәр буйынса иң юғары баһа алған. Быйыл 15 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ 11-се класты тамамлай.







