Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә комбайнсының нисек эшҡыуар булып китеүе хаҡында яҙҙы

Дыуан районынан Сергей Ившин үҙ ваҡытында тормошон ҡырҡа үҙгәртергә баҙнат иткән. Хәҙер эшҡыуар Мәсетле районынан Ҡариҙел районына тиклем урмандарҙы ҡуртымға алған. Хужалығында - Таҙтүбә һәм Вознесенка ауылдарында дүрт пилорама. Предприятиела 30-ға яҡын эш урыны бар. Ағас ҙур заводтарға ташыла, - тип яҙған Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, яңы эш башлаған эшҡыуар бизнесын дәүләт ярҙамында үҫтергән. Ул һатып алған махсус техника һәм ҡорамалдар өсөн сығымдарҙы ҡаплауға муниципаль субсидия менән файҙаланған. Былтыр Сергей Ившин йәнә бер проект - тоҡомло аттар үрсетә башлаған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ