Башҡортостанда «Күп ҡатлы йорт подъездарын комплексы ремонтлау» программаһы дауам итә

Эш дәүләт ҡаҙнаһынан финанслана, йортто төҙөкләндереү нескәлектәре буйынса унда йәшәүселәр фекере иҫәпкә алына. Баш ҡаланың Октябрь районында подъезд ремонты менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина танышты.

Октябрь проспектындағы был йортта ремонт эштәре тамамланыу алдында. 1960 йылда нигеҙ һалынған бинала быға тиклем бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән. Ваҡытлыса һылап ҡуйыуҙар ҙа оҙаҡҡа етмәй: буяуҙар ҡойола, баҫҡыстар ярыла башлай. Йортта йәшәүселәрҙең яңы бөхтә шарттар тураһындағы хыялы быйыл республика программаһы сиктәрендә тормошҡа ашты.

Элекке шарттар менән сағыштырғанда, яңыһы ер менән күк араһы кеүек. Етешһеҙлектәр бөтөрөлгән. Стеналар, түбәләр, баҫҡыс рәшәткәләре буялған. Төҫтө йәшәүселәр үҙҙәре һайлаған.

Яҡын арала беренсе ҡат иҙәнен плитка менән ҡаплау, подъезда тамбур ишеген алмаштырыу бурысы тора. Төҙөүселәр ремонтты ваҡытынан алда 15 июлдә файҙаланырға тапшырырға ниәтләй.

Беҙҙең ойошма 6 объектта ремонт алып бара. Эш графикҡа ярашлы бара. Был йортта эш 80 процентҡа теүәлләнгән. Ошо көндәрҙә интернет кабелдәрен алмаштырырға тейешбеҙ.

Георгий Дедиков, подрядсы ойошма етәксеһе

Һөҙөмтәне махсус комиссия ҡабул итәсәк, уның составында йортта йәшәүселәр ҙә бар. Етешһеҙлектәр бөтмәйенсә, ремонт тамамланмаясаҡ. Төҙөкләндереү дәүләт бюджетынан финанслана.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ