Пермь крайында Барҙа йыйыны үтте

Ғәйнә башҡорттарының күп өлөшө ошо төбәктә йәшәй. Халыҡ- ара йыйында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай комитеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Тәтешле районы делегацияһы һәм Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары ҡатнашты.

Пермь крайы Барҙа районы - билдәле башҡорттар, нефть һәм руда сәнәғәтселәре Исмәғил Тасимов, Надир Урәҙмәтов, әбей батшаның Уложение соборына депутат итеп һайланған Туҡтамыш Ишбулатов һәм билдәле Барҙа түбәтәйенең тыуған ере.

Төбәкте танытҡан үҙенсәлекле түбәтәй тегеү технологияһы бөгөнгәсә һаҡланған. Уны әле лә байрамдарҙа сувенир булараҡ та, ир- егеттәрҙең башында ла күрергә мөмкин. Барҙа түбәтәйен бутау мөмкин түгел.

Барҙа йыйыны - төбәктә байрамдың исеме төрлөсә яңғырай- зиен, жыйын тип тә әйтәләр. Күп милләтле халыҡтар йыйыны, ә беҙҙең өсөн ул тәү сиратта ғәйнә башҡорттарының үҙенсәлекле мәҙәниәте, һөйләше менән танышыу мөмкинлеге.

Йыйындың эстәлеге һабантуйға оҡшаш. Хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнә, башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһала... Башҡортостандың рәсми делегацияһы ла милләттәштәребеҙҙең телде, мәҙәниәтте үҫтереү өлкәһендәге ҡаҙаныштарын билдәләп, Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡотлау хаттары тапшырҙы

Ихаталар майҙанында башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын, бар тәрәнлеген Тәтешле районы вәкилдәре тирмәһендә күрергә мөмкин ине. Уны Пермь крайы губернаторы ла инеп ҡараны. Киләһе йыл Барҙа Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйын ҡабул итергә әҙерләнә. Был ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булды.

Г. Ишбулатова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ