Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллиндың исеме мәңгеләштерелде

Таҡтаташ актер йәшәгән йортҡа беркетелде. Мемориалды асыу тантанаһында республиканың мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, сәнғәт әһелдәре, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма академия театры актерҙары, яҡташтары ҡатнашты.

Ҡунаҡтар билдәле актер тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, таҡтаташҡа ҡәнәферҙәр һалды. Хәмит Яруллин - башҡорт сәнғәтендә тәрән эҙ ҡалдырған ижадсы. Уның таланты «Гитис» театр сәнғәте институтында уҡығанда уҡ, таныла башлай. Оҙайлы ижади ғүмере барышында ул классик әҫәрҙәрҙә һәм милли театр репертурында бик күп ролдәр башҡара. Үҙен оҫта кино актеры итеп тә таныта: «Өмөт», «Япраҡ», «Ауыл өҫтөндә йәйғор» кеүек кинокартиналарҙа уйнай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ