Ижадсылар икеһе лә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге художество гимназия-интернаты тәрбиәләнеүселәре. Экспозиция Рива Ғәлләмованың тиҫтәнән ашыу портрет эштәрен, Рәйсә Яҡупованың натюрморттарын тәҡдим итә. Рива Ғәлләмова картиналарында билдәле сәнғәт вәкилдәрен, ата-әсәһен һәм туғандарын һынландырған. Автопортретҡа ла урын табылған. Күргәҙмә Башҡортостан рәссамдары союзы галереяһының бәләкәй залында урынлашҡан. Экспозиция 24 июлгә тиклем эшләй.






