Өфөләге Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы ошондай исем аҫтында уҙа. Беларусь республикаһы президенты хакимиәте башлығы урынбаҫары Валерий Бельский белдереүенсә, мәртәбәле сара сәйәси, иҡтисади һәм социаль өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен барлау, киләсәккә маҡсаттар билдәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Мәртәбәле сара 26-28 июндә ойошторола. Форум барышында төрлө килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла. Сараның мәҙәни программаһы ла бай була. “Евразия йөрәгендә Славян баҙары”, “Симфоник төн” һәм “Этно-төн” тигән фестивалдәр ойошторола.




