Радио алып барыусылары һәм танылған башҡарыусылар Өфөнөң Иван Яҡутов исемендәге паркында тыңлаусылар менән осрашты. Ретро йырҙар, дәртле уйындар, йәнле аралашыу менән үрелеп барған сара һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Ретро-коцерт барышында “Юлдаш” радиоһында ойошторолған “Кейек ҡаҙ юлдары” патриотик йырҙар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.




