Бөгөн юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы башланды

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә абитуриенттарға уңыштар теләне. “Беҙ егет һәм ҡыҙҙар бушлай юғары белем алһын өсөн тырышабыҙ. Быйыл республика вуздарында 14 мең 886 бюджет урыны булдырыла. Был һан уҙған йыл менән сағыштырғанда 512-гә күберәк. Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәге уңышлы эшләп килә. Башҡортостан вуздары “Приоритет-2030” федераль программаһында ҡатнаша. Һәләтле йәштәргә финанс ярҙам итәбеҙ. Олимпиада еңеүселәре һәм Берҙәм Дәүләт Имтихандарында юғары балл алыусыларға стипендиялар түләнә”- тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото №1 - Бөгөн юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы башланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ