Башҡортостанда туған тел уҡытҡан 100 уҡытыусыға аҡсалата премия тапшырыла

Республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта педагогтарҙы матди дәртләндереү мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса йыл һайын юғары һөҙөмтәләр күрһәткән башҡорт, рус һәм башҡа туған телдәр уҡытыусыһына 50 мең һум тапшырыла. Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, улар араһында мәктәп һәм колледждарҙа, шулай уҡ полилингваль гимназияларҙа белем биргән педагогтар була. Аҡсалата премия өсөн бюджеттан 5 миллион һум бүленә.

Фото №1 - Башҡортостанда туған тел уҡытҡан 100 уҡытыусыға аҡсалата премия тапшырыла
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ