Бөгөн Өфөлә “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды филиалы Башҡортостандың юридик бюроһы һәм Адвокаттар палатаһы менән килешеү төҙөнө. Хеҙмәттәшлек документы нигеҙендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай юридик ярҙам күрһәтеү ҡарала. “Фондҡа республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан мөрәжәғәт итәләр. Беҙ яугирҙәргә тормошҡа яраҡлашырға, эш урыны табырға ла ярҙам итәбеҙ”, - ти төбәк филиалы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
“Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай юридик ярҙам күрһәтеү – төп бурыстарыбыҙҙың береһе”, - ти Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан идаралығы етәксеһе Руслан Зөбәйеров.
Башҡортостанда “Ватан һаҡсылары” фондының төбәк филиалы 31 майҙа асылды. Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренә 40-ҡа яҡын төр социаль ярҙам күрһәтелә.







