Танылған драматург Наил Ғәйетбаевҡа - 75!

Күренекле яҙыусы һәм драматург Наил Ғәйетбаев күркәм юбилейын билдәләй. Бөгөн уға 75 йәш тула. Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев Баймаҡ районынан. Ул башҡорт әҙәбиәтендә төрлө жанрҙа ижад иткән автор булараҡ танылыу яуланы. Наил Әсхәт улы 50 пьеса, 5 роман, 20-гә яҡын повесть, 80-дән ашыу хикәйә, 30-ға яҡын китап авторы. Пьесалары Башҡортостан һәм Татарстанда, Рәсәй төбәктәре һәм сит ил театрҙарында ҙур уңыш менән бара. Ҡотлайбыҙ!

Фото №1 - Танылған драматург Наил Ғәйетбаевҡа - 75!
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ