Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙар өсөн аттар килтерелде

Республиканан өлөшләтә мобилизацияға йәлеп ителеүсе яугирҙар үҙҙәренең аттарын махсус хәрби операция биләмәһенә килтереүҙәрен һораны. Был үтенесте Урал аръяғы халҡы яуапһыҙ ҡалдырманы. Ватан һаҡсылары йылҡыларҙы урындарҙы патрулләү өсөн файҙаланырға планлаштыра.

Традицион гуманитар колонналарҙан айырмалы был конвой ашыҡмай бара. Сөнки уның бортында башҡорт һәм ҡарасай тоҡомло аттар. Урал аръяғынан Волгоград өлкәһенә тиклем юл ике тәүлек дауам итә. Оҙатып барыусылар аттарҙы ял иттерергә, ашатырға һәм һыу эсерергә туҡтай.

Аттарҙы ҡабул итергә Луганск халыҡ республикаһының Сватов йүнәлешенән хәрбиҙәр килә. Транспортировка өсөн КамАЗ махсус рәүештә йыһазландырылған. Ауылда үҫкән егеттәр йылҡы малы менән эш итә белә. Тәү сиратта, улар алыҫ юлдан килгән аттарҙы тынысландырырға тотондо.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112 Башҡорт кавалерия дивизияһы Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыу юл үтә һәм иң данлыҡлы хәрби берләшмә булып китә. Дивизияның 3 мең 860 кавалерисы орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, уларҙың 78-е Советтар Союзы Геройы, бишәүһе «Дан ордены» ның тулы кавалеры була. Владимир Путин указы менән Донбасты немецтарҙан азат иткәндә батырҙарса һәләк булған командир Миңлеғәле Шайморатовҡа ла Рәсәй Геройы исеме бирелгәс, тарихи ғәҙеллек тантана итә. Хәҙер инде еңеүселәрҙең тоҡомдары ла шул уҡ юлдан бара. Һәм 8 тиҫтә йыл элек булған кеүек, республика уларға был эштә ярҙам күрһәтә.

Заманса хәрби хәрәкәттәр Бөйөк Ватан һуғышынан айырыла, һәм НАТО танкыларына ҡаршы беҙҙең егеттәр, әлбиттә, атта бармаясаҡ. Әммә йорт хайуандары мобилизацияланғандарҙың хәрби рухын нығытып, ата-бабалар ҡаһарманлығын иҫләтеп торасаҡ.

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ