Радий Хәбиров НТВ телеканалына интервьюла шулай тип белдерҙе. “Ике туғандаш республика электән үҙ- ара уҙышып йәшәй. Бындай сәмле ярыш ике төбәк өсөн файҙалы һәм йылдам үҫешергә мөмкинлек бирә”, - тине Республика Башлығы.
Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Инвестиция мөхите буйынса милли рейтинг иғлан ителде. Унда Башҡортостан һәм Татарстан тәүге биш төбәк исемлегендә килә.




