Ҡорбан ғәйетендә Өфөләге 20-нән ашыу мәсеттә байрам намаҙы була

       Бөгөн баш ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерелде. Халыҡтың күп өлөшө Беренсе Йәмиғ һәм Ләлә мәсеттәренә бара. Туҡай һәм Комаров урамдарында транспорт хәрәкәте сикләнеүе көтөлә. “Башҡортостан” лайфстал-үҙәге майҙанында байрам тамашаһы ойошторола. Бында килгән халыҡ былауҙан ауыҙ итә ала. “Карауан” сауҙа үҙәге һәм Төньяҡ автовокзал алдындағы майҙан ҡорбан салыу урыны итеп әҙерләнә. Улар 28 һәм 29 июндә эшләй. Байрам саралары үткәрелгән майҙандарҙа полиция һәм йәмәғәт именлеге хеҙмәткәрҙәре дежур итә. Башҡортостанда 27 июнь дә ял көнө тип иғлан ителде.

Фото №1 - Ҡорбан ғәйетендә Өфөләге 20-нән ашыу мәсеттә байрам намаҙы була
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ