Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың ҡатынына рәхмәт хаты тапшырылды

Хәрбиҙәр өсөн үрнәк булырҙай ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Тап ошондай маҡтау һүҙҙәре белдереп, Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич «Дикий» ҡушаматлы һалдаттың тормош иптәшенә Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға ул хеҙмәт иткән часть командованиеһы ошо рәхмәт хаты аша хөрмәтен һәм иғтибарын еткеререгә ҡарар иткән. Эльвира Корнилованың тормош иптәше апрелдә үҙ ирке менән фронтҡа киткән. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул үҙен һәр яҡлап өлгөлө итеп күрһәткән. Алғы һыҙыҡта илебеҙ именлеген һаҡлаусы һалдатты йортонда һигеҙ йәшлек ҡыҙы һәм ҡатыны көтә.

Ҙур рәхмәт, тормош иптәшем өсөн ҡыуандым һәм уның менән ғорурланам. Уның имен-һау, Еңеү менән ҡайтыуын көтөп ҡалабыҙ.

Эльвира Корнилова, «Дикий» ҡушаматлы хәрбиҙең ҡатыны

Һалдат ҡатыны һәм хәрби йәшәгән ауыл советы биләмәһе башлығына хәрби командованиеның йылы сәләмен еткерҙем. Илебеҙ өсөн һынылышлы осорҙа хәрби командованиенан ошондай Рәхмәт хаттары тапшырыу оло мәртәбә.

Михаил Блажевич, Башҡортостандың хәрби комиссары, полковник
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ